Алдаҡсыларҙы 7 миллион һумға байытҡандар. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә мутлашыу тураһында 23 ғариза алынған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенә 74 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт иткән. Майҙың уртаһынан бирле үҙҙәрен инвестиция компанияһы белгестәре тип таныштырған билдәһеҙ кешеләр шылтырата башлаған. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур килем алыу мөмкинлеге тураһында һөйләгән. Был тәҡдим ирҙе ныҡ ҡыҙыҡһындырған. Тәүҙә уға бер ай буйы килеменең нисек артасағын күрһәткәндәр. Ышандырырлыҡ булғандыр инде, ир аферистарға 1 миллион һумын ебәргән. Ә инде “артҡан” аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерергә уйлағас, бер ни килеп сыҡмай, сөнки тиҙ аҡса эшләү ҡушымтаһы ялған була. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлегенә Райман ауылынан 62 йәшлек ир ҙә ошоға оҡшаш ғариза менән килә. Ошо айҙың 11-се көнөнән алып уға өҫтәмә хеҙмәт тәҡдим итеп шылтыратҡандар. 10 көн буйы ир килеменең нисек үҫеүен күҙәтә. Ул инвестицияға бәләкәй