Шишмә районының "Патриот" хәрби-патриотик паркында "Беренселәр хәрәкәте"нең "Зарница 2.0" Бөтә Рәсәй проектының төбәк этабы үтте. Ярыштың округ этабына сығыу өсөн һигеҙ урта һәм биш өлкән йәштәге команда көрәшергә килгән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, унда төрлө урта һөнәри белем биреү учреждениеларынан ете команда ҡатнашты. Ике көн дауамында ҡатнашыусылар отряд һәм шәхси ярыштарҙа көс һынашты. Дөйөм команда нормативтары ете категориянан тора: дөйөм ғәскәри грамоталылыҡ, Рәсәй дәүләтселеге һәм хәрби тарих нигеҙҙәре, строевой әҙерлек, радиация, химик һәм биологик һаҡланыу нигеҙҙәре, тактик медицина һәм үҙ-үҙенә ярҙам, хәрби ҡаршылыҡтар һыҙаты, атыуға әҙерлек. Бынан тыш, биш ярышта ҡатнашыусыларҙың күрһәткестәре һәм шәхси оҫталығы иҫәпкә алына: командирҙар ярышы, хәрби-ялан медицинаһы, инженер-сапер эше, пилотһыҙ осоусы аппаратҡа идара итеү һәм уға ҡаршы тороу нигеҙҙәре; топография, спорт ориентиры һәм коррекция. – “Зарница 2.0” хәрби-патриотик уйынының төбәк этабын уҙғарыу һәләтле йәшт