Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

27 июнь - йәштәр көнө!

1993 йылдың 27 июненән алып киң билдәләнгән был байрамды йәше лә, ҡарты ла берҙәй ярата. Ни тиһәң дә, йәшлек - ул үҙе гүзәллек, матурлыҡ билдәһе. Йырҙарҙа ла "Йөрәк һаман 18-ҙә кеүек", - тип юҡҡа йырламайҙарҙыр.

Йәштәр! Был ғәжәйеп байрам менән һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Дәртле, йөрәктәрҙе дөп-дөп типтергән ғүмерҙең был миҙгелен матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрегеҙ! Бәхетле булығыҙ!

Барығыҙға ла билдәле булған Рөстәм Вәлиевтың "Йәшлек" йырының һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ:

Йәш ғүмер бер үҙғас,
Ҡайтмай ул яңынан,
Тик минең йәшлек никтер
Ҡайтыр кеүек;

Йәшлектә һөйгән йәр:
«Һағындым, килеп ал,
Һине көтәм һаман», -
тип Әйтер кеүек.

Юҡ ҡайтмаҫ йәш ғүмер,
Ҡалды ул йыраҡта,
Зәңгәр томан артында
Һағыш булып;

Йәшләй һөйгән йәр ҙә
Ятҡа ҡалды унда
Әллә яҙмыш, әллә бер
Яңылыш булып.

Яңылышты төҙәтеп,
Яҙмышты үҙгәртеп
Йәшәһәң, йәшлек кире
Ҡайтыр кеүек.

Тик Бер йыраҡ йондоҙ.
Йә, Айҙан Зөһрә-ҡыҙ
«Йәшлек яҙың бында», - тип
Әйтер кеүек.