Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Жангир хан исемендәге Көнбайыш-Ҡаҙағстан аграр-техник университеты студенттары Нуриман районында карбон полигонын өйрәнгән. ӨДНТУ-ның «Солуни» уҡыу-ғилми-производство полигоны участкаһындағы Йәштәр ялан мәктәбен вуз-ара кампустың Декарбонизациялау технологиялары үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм вуздың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу кафедраһы уҡытыусылары үткәрҙе. Өфө һәм Ҡаҙағстан студенттары парник газдарын һәм углерод циклының төп өлөштәрен үлсәү приборҙары, инструменталь ысулдар тураһында практикала күрҙе. Ялан тикшеренеүҙәре бер нисә йүнәлеш буйынса үткәрелде: асыҡ арауыҡта пилотһыҙ мультиротор тибындағы һауа сараһын осороуға өйрәнеү, фотосинтез процесын өйрәнеү, тупраҡтың кислоталылығын билдәләү, атмосферала углекислый газ концентрацияһын күсмә автомат газ анализаторы менән үлсәү, 3D мәғлүмәтен алыу һәм анализлау өсөн тәғәйенләнгән мобиль лазер сканеры менән эшләргә өйрәтеү. Ялан мәктәбе декарбонизация өлкәһе ту
Студенттар Нуриман районындағы карбон полигонында булды
27 июня 202427 июн 2024
1 мин