Бәйге өс этапта үтә: – ғаризалар ҡабул итеү; – конкурс эштәрен яҡлау һөҙөмтәһендә финалсыларҙы билдәләү; – йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү. Финал өлөшөндә бәйгеселәр костюмдары менән таныштырасаҡ. Конкурста Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә, Рәсәй төбәктәрендә һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәгән оҫталар – реконструкторҙар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, профилле юғары уҡыу йорттарының 16 йәштән алып студенттары һәм милли кейем темаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҡатнаша ала. Конкурс номинациялары: "Балалар кейеме – реконструкция". Был йүнәлештә балаларҙың тарихи костюмын яңыртыу ҡаралған. Талаптар: тарихи ҡанундарҙы, байрам һәм тарихи кейем кейеү мәҙәниәтен үтәү; айырым төбәктең бесеү, тегеү, биҙәү үҙенсәлектәрен һаҡлау; туҡыманы һәм төҫтәрҙе дөрөҫ һайлау; художестволы образдың гармониялы һәм сағыу булыуы; костюмдың композиция һәм стиль бөтөнлөгө. Конкурсҡа мотлаҡ рәүештә тарихи костюм өсөн өлгө итеп алынған төп сығанаҡтың һүрәте тапшырыла. "Балалар костюмы автор башҡаруында", йәғни
"Таҡыя" халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы аҙағына яҡынлаша
27 июня 202427 июн 2024
1 мин