“Геройҙар ваҡыты” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы быйыл өсөнсө тапҡыр уҙа. Бәйгелә ҡатнашыу бушлай, ғаризалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшы йырҙарҙан торған концерттар 26 һәм 27 августа Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар өс төп номинацияла көс һынаша: – "Һүҙҙәр авторы" (рус һәм башҡорт телдәрендә), – "Композитор", – "Автор йыры". Конкурстың бүләк фонды 1 000 000 һум тәшкил итә. Тамашасылар һөйөүе призынан тыш, ойоштороусылар бәйгеселәрҙе "Башҡортостандың этномәҙәниәтен үҫтереүгә шәхси өлөш индергән өсөн", "Халыҡ ижадын популярлаштырған һәм уға яңыса яңғыраш биргән өсөн", "Ватанға һөйөү өсөн" кеүек бүләктәр менән айырым билдәләй ала. Конкурсты уҙғарыу көндәре: – 1 августан 9-ына тиклем – онлайн форматында һайлап алыу туры; – 26 август – ярымфинал (Совет майҙаны, асыҡ һауалағы сәхнә); – 27 август – финал (Совет майҙаны, асыҡ һауалағы сәхнә). Жюри рәйесе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина. “Геройҙар ваҡыты” конкурсының гала-концертында федераль йондоҙҙар ҡатнашасаҡ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаны “Башҡортостан” дәүләт концерт залының сайты аша ебәрергә кәрәк.
Башҡортостанда “Геройҙар ваҡыты” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы уҙа
27 июня 202427 июн 2024
~1 мин