Бер аҙна эҙләгәндән һуң, Мәсетле районында 20 июндә юғалған 84 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Ҡотҡарыусылар оло кеше юғалғанын белгәс тә эшкә тотона. Һәм тиҙҙән Һабанаҡ һәм Салйоғот ауылдары араһында Әй йылғаһы буйында ҡатындың әйберҙәрен таба. Бөгөн иртән урындағы балыҡсы Кесе Ҡыҙылбай ауылынан алыҫ түгел ерҙә үле кеше кәүҙәһенә тап була. Ҡотҡарыусылар уны һыуҙан сығара. Мәғлүм булыуынса, был - тап улар эҙләгән инәй. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатындың үлем сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай. Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.