Сит ил тикшеренеүселәре D витаминын ҡулланыу буйынса яңы тәҡдимдәр индерҙе. Өфө терапевты, нефролог һәм диетолог Регина Доктор социаль селтәрҙәрҙә ошоға ҡағылышлы үҙ фекере менән уртаҡлашты. Был хаҡта UfaTime.ru хәбәр итә. Тикшеренеүселәр D витаминын өҫтәмә ҡулланыу кәңәш ителгән кешеләрҙең дүрт төп категорияһын айырып күрһәтә. Улар араһында: 1 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар: рахитты һәм тын юлдары инфекцияларын иҫкәртеү өсөн; ауырлы ҡатындар – өҙлөгөү хәүефен кәметеү өсөн; 75 йәштән өлкәндәр – үлем хәүефен кәметеү өсөн; диабет алды пациенттары – икенсе типтағы шәкәр диабеты барлыҡҡа килеү хәүефен кәметеү өсөн. Был төркөмдәр өсөн D витаминының оптималь дозаһы булып 1 йәштән 70 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн көнөнә 600 МЕ, 70 йәштән өлкәндәргә 800 МЕ тора. Әммә, Регина Доктор фекеренсә, башҡа кешеләр өсөн был витаминды ҡулланыу файҙа килтермәйәсәк. Ә һеҙ D витаминын эсәһегеҙме? Фото: Ленц Мария. КП-Өфө.