26 июндә Архангел районына сәфәребеҙ барышында Абҙан ауылындағы "Өмөт" башҡорт халыҡ театры режиссеры Вәлимә Өмөтбаеваға "Башҡортостан" гәзитенең дипломын тапшырҙыҡ. Ул, билдәле булыуынса, баҫмабыҙҙың "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә үткән "Халыҡ таланттары" конкурсында беренсе урынды яулағайны. Үҙ эшен ихлас яратып башҡарған, халыҡ һөйөүен яулаған, әүҙем, дәртле, ижади күңелле Вәлимә Ишбулды ҡыҙы Архангелдең йөҙөк ҡашы булған коллективҡа 2004 йылдан алып етәкселек итә. – Әле “Өмөт” башҡорт халыҡ театрында 18 – 74 йәшлек утыҙ самаһы кеше шөғөлләнә. Төрлө һөнәр эйәләре улар, – ти Вәлимә Ишбулды ҡыҙы. – Көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп, халыҡҡа театрҙың кәрәклеген, әһәмиәтен аңлатырға тырышабыҙ. Өҫтәүенә беҙҙә “Осҡон” балалар театры эшләй – үҙебеҙгә алмаш тәрбиәләйбеҙ. Талантлы йәштәребеҙгә артабан республикабыҙҙағы сәнғәт уҡыу йорттарының театр бүлектәренә уҡырға инергә ярҙам итәбеҙ. Бик күп фестивалдәрҙә ҡатнашып, дипломдарға, лауреат исемдәренә лайыҡ булдыҡ. Төрлө райондарға, ауылдар