Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән наградлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 26 июнендәге Указға ярашлы, Архангел районынан Рәйсә менән Булат Янышевтар, Благовещен районынан Ольга менән Анатолий Фатеевтар балалар тәрбиәләүҙәге, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм нығытыуға индергән ҙур өлөш өсөн юғары наградаға лайыҡ булды. Башҡортостан Башлығының “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тураһында”ғы указына ярашлы, наградланыусылар 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия ала. Әйткәндәй, “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы 2014 йылдың 21 ноябрендә барлыҡҡа килде. Республикаға дан килтергән, батырлыҡ күрһәткән йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәки фән, ижад, спорт йәиһә башҡа әһәмиәтле эшмәкәрлектә үҙенсәлекле ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр, өс һәм унан күберәк инвалид балаларҙы уллыҡҡа