Хеҙмәттәшебеҙ Альберт Рамаҙанов махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә юлланды. Бөгөн “Юлдаш” радиоһы коллективы уны әҙерлек үтеү үҙәгенә оҙатты. Альберт Рамаҙанов - Салауат районы егете. “Алғы һыҙыҡта булған таныштарым, дуҫтарым күп. Мин дә ил һағына баҫырға ҡарар иттем”, - тип белдерҙе Альберт. Альберт Рамаҙанов 20 йылдан ашыу радиола тауыш режиссеры булып эшләй. Эфирҙан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Юлдаш”тың волейбол командаһы ағзаһы. “Коллегабыҙҙың ҡарарын хуплайбыҙ, хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ”, - ти тауыш режиссерҙары Нияз Әбелғәзин һәм Динар Дәүләтбаев. Альберт Рамаҙанов Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонда хеҙмәт итәсәк. Фото: скриншот Видеоһы "Юлдаш" радиоһынан алынды.