Бөгөн Өфөлә “Сфера” уҡыу үҙәге майҙансығында Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының (Гостехнадзор) инженер-инспекторҙар араһында “Иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы” республика конкурсының икенсе этабы үтте. Был сара республикала инде 14 йыл дауамында ойошторола һәм яҡшы традицияға әйләнгән. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы быйыл республика сиктәренән сығып, Волга буйы федераль округы кимәлендә ойошторолдо, йәғни Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, Сыуаш Республикаһы, Һамар, Ырымбур, Киров, Пенза өлкәләренән дә конкурсанттар килде һәм үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтте. Конкурс флагын күтәреү хоҡуғы 2023 йылда еңгән – республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының Благовар районындағы секторы мөдире Илдар Уразмәтовҡа һәм Сибай ҡалаһындағы баш белгес Анна Степановаға бирелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы
“Иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы” конкурсы һөҙөмтәһе билдәле
27 июня 202427 июн 2024
2 мин