Найти тему
Башҡортостан гәзите

Инвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡый ала

Яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы БР Законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте. – Закон һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән етем балаларҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеүгә йүнәлтелгән, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Инвалид етемдәр республика бюджеты иҫәбенә бер тапҡыр көндөҙгө бүлектә ҡайтанан уҡыу программаларын үтә аласаҡ. Бынан тыш, закон менән бөтә уҡыу осорона айлыҡ пособие һәм уҡыу әҙәбиәте һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары һатып алыуға пособие түләү ҡаралған. Түләүҙәрҙең күләмен һәм тәртибен БР Хөкүмәте билдәләйәсәк. Закон Башҡортостан Республикаһы Башлығына ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән. Фото: Башинформ.