Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация вәкилдәре Витебск, Полоцк һәм Новополоцк ҡалаларында үтәсәк Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумында ҡатнашасаҡ, шулай уҡ дуҫ дәүләттең өлкәләре һәм ҡалалары менән хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуясаҡ. Бынан тыш, эшлекле программа сиктәрендә Белоруссияның ҡайһы бер төбәктәре етәкселеге менән эш осрашыуҙары планлаштырылған. Сәфәрҙең тәүге көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Витебск өлкәһе губернаторы Александр Субботин менән осрашты. Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре Витебскиҙа төҙөкләндерелгән Еңеү майҙанында фонтандар комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Сара Витебскты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығына арналды. Башҡортостан Башлығы Беларусь Республикаһына сәфәрҙең төп бурыстарын билдәләне. – Быйыл Витебскиҙа Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәре форумы үтә. Унда ҡатнашыу сиктәрендә Башҡортостан менән Беларусь төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәрҙе актуалләштереүҙе планлаштырабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru