Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Көгөш буйҙары матурланасаҡ

Ғафури районының Красноусол ауылындағы Көгөш йылғаһы буйҙары төҙөкләндерелә. Эштәр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проектына ярашлы бара. Төҙөкләндереү өсөн элекке быяла заводынан алыҫ булмаған биләмә алынған. Проектҡа пирс төҙөлөшө лә ингән. Унда бер нисә эскәмйә ҡуйыласаҡ. Йәмәғәт урынында парковкалау урындары, юлдар, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк, яҡтыртыласаҡ. Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма нигеҙ төҙөлөш өсөн ер эштәре менән шөғөлләнә, тип хәбәр итте республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Киләһе йылда ошо уҡ программа буйынса район үҙәгендә “Йәшлек” паркы эргәһендәге парк биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Унда тамашасылар трибуналары, йүгереү өсөн һуҡмаҡтар, пляж волейболы өсөн урын, футбол газоны һәм башҡалар барлыҡҡа килер тип көтөлә. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, Башҡортостанда

Ғафури районының Красноусол ауылындағы Көгөш йылғаһы буйҙары төҙөкләндерелә. Эштәр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проектына ярашлы бара. Төҙөкләндереү өсөн элекке быяла заводынан алыҫ булмаған биләмә алынған. Проектҡа пирс төҙөлөшө лә ингән. Унда бер нисә эскәмйә ҡуйыласаҡ. Йәмәғәт урынында парковкалау урындары, юлдар, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк, яҡтыртыласаҡ. Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма нигеҙ төҙөлөш өсөн ер эштәре менән шөғөлләнә, тип хәбәр итте республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Киләһе йылда ошо уҡ программа буйынса район үҙәгендә “Йәшлек” паркы эргәһендәге парк биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Унда тамашасылар трибуналары, йүгереү өсөн һуҡмаҡтар, пляж волейболы өсөн урын, футбол газоны һәм башҡалар барлыҡҡа килер тип көтөлә. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, Башҡортостанда 683 объект сынъяһауға әйләнде. Быйыл тағы 123 объект төҙөкләндерелә. Сығанаҡ, фото: республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.