Республика һәм федераль баҫмалар, телевизион каналдар журналистары Өфөләге вуз-ара кампустың фәнни лабораториялары һәм инновация майҙансыҡтары буйынса матбуғат турында ҡатнашты. Экскурсия Йәштәр көнө уңайынан ойошторолдо. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы тураһында фән үҫеше үҙәге булараҡ кампус директоры Сергей Гладких һөйләне. –Кампус төбәктең инновация һәм иҡтисад үҫешенә ҙур импульс буласаҡ. Шулай уҡ тикшеренеү эшмәкәрлеге үҫеше өсөн этәргес бирәсәк, студенттарҙы һәм ҡала халҡын үҙенә йәлеп итәсәк, - тине ул. Бөгөн кампустың икенсе сиратын төҙөү бара. Проект буйынса был 4300 урынға иҫәпләнгән студенттар ятағы, уҡыу блоктары, лабораториялар, геном үҙәге, шулай уҡ йәмәғәт-эшлекле киңлектәр һәм башҡа майҙансыҡтар. Геном үҙәге 5,5 мең квадрат метрға тиң дүрт ҡатлы бинала урынлашасаҡ. Был объекттың 2024 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә. Вуз-ара кампустың тәүге этабын төҙөү былтыр декабрь айында тамамланды. IQ-паркта 21 лаборат