Архангел районының Убалар ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элек ауыл халҡына медицина ярҙамын алыу өсөн мейес ярҙамында йылытылған иҫке бинаға килергә тура килгән. Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу. Яңы бинала 220 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Пациенттарҙы 30 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған тәжрибәле фельдшер Рәмзиә Мозафарова ҡабул итәсәк. Яңы медицина пунктында тәүге медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү өсөн бөтә тейешле шарттар бар, ул заманса стандарттарға һәм санитар талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Бинала пациенттарҙы ҡабул итеү, прививка яһау һәм процедуралар үткәреү өсөн айырым кабинеттар булдырылған. Хәҙер бинаға һалҡын һәм ҡайнар һыу үткәрелгән. –Хәҙер пациенттар бөтә уңайлы шарттар булдырылған медицина пунктына киләсәк, тимәк, медицина ярҙамы сифаты ла юғары буласаҡ, – ти Архангел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәжитов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “