Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш музыканттарға – яңы уйын ҡоралдары

Учреждениеға торба, "Юпитер" баяны, гитара, думбыра-альт, тауыш ҡорамалы һәм музыкаль әҙәбиәт буйынса интерактив ҡулланма һатып алынған. Йәйге каникулда музыка мәктәбенең концерт залына яңы роялдең ҡайтарылыуы көтөлә. Инструменттарҙы яңы уҡыу йылында уҡ күрһәтергә ниәтләйҙәр.– "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамы менән мәктәпкә яңы музыка ҡоралдарын алыуыбыҙға шатбыҙ. Улар балаларға юғары кимәлдә белем бирергә, ҙур конкурстарға әҙерләнергә булышлыҡ итәсәк, – тине мәктәп директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилә Хафизова. «Мәҙәниәт» ("Культура") милли проектының төп маҡсаты – бөтә ил буйлап мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен һәм мәҙәни уңайлыҡтар менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Салауат ҡалаһының балалар музыка мәктәбе.