Ошо көндәрҙә Балтас районының Штәнде ауылында йәшәгән Нуретдиновтар ғаиләһендә ҙур шатлыҡ – улдары Илнур Ватан алдындағы хәрби хеҙмәтен намыҫ менән үтәп, тыуған ауылына ҡайтты. Әле генә бөтә ауыл менән егетте армия хеҙмәтенә оҙатҡандар кеүек ине, бер йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Уны көтөп алған туғандарына ғына йыл оҙаҡ үткәндәй тойолғандыр, моғайын. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Илнур ил Президенты Владимир Путин Указы менән Батырлыҡ ордены, шулай уҡ Көнсығыш хәрби округы ғәскәрҙәре командующийынан алтын сәғәт менән бүләкләнгән. Хәрби хеҙмәттә етдиләнеп, сынығып ҡайтҡан Илнурға ҙур уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: https://baltachtan.ru/news/yaktashlahybyz-vatan-sagynda/2024-06-07/sht-nde-avyly-egete-armiyad-n-kaytty-3802152?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580