16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө - уңайынан төркөмөбөҙҙә сираттағы конкурсты иғлан иткәйнек. Республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, үҙ эшен яратып башҡарған фельдшерҙарынан бер төркөм “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” исеме өсөн көрәште, иң күп тауыш йыйған өс фельдшер асыҡланды. Улар түбәндәгеләр (https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66607f3a388a612ab978fcaa) I урын – Бөрйән районы Мәһәҙей фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Фәйләрә Хәсәнова; II урын – Мәсетле районы Тәкә ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Нурания Миңлебаева; III урын – Белорет районы Ҡаһарман фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Фаина Ғәзизова. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәр милли баҫманың дипломы менән бүләкләнәсәк. Беҙҙең конкурста ихлас ҡатнашҡан фельдшерҙарға, шулай уҡ медицина тармағында эшләгән барлыҡ дуҫтарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, уңыштар теләйбеҙ. Етеп килгән һөнәри байрамығыҙ матур үтһен!