Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Янғынға ҡаршы хеҙмәттәр эшмәкәрлеге тикшереләсәк

17 - 21 июндә Өфөлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғын күҙәтеү органдары һәм янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең суд-эксперт учреждениелары эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса Бөтә Рәсәй йыйылышы үтәсәк. Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Александр Куренковтың ҡатнашыуы көтөлә. Өфөгә Рәсәйҙең бөтә субъекттарынан янғын күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторҙары һәм янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең суд-эксперт учреждениелары етәкселәре килә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-06-14/v-ufe-obsudyat-kak-usovershenstvovat-rabotu-protivopozharnyh-sluzhb-3809497