Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы менән Шаньдун нефть һәм химия технологияһы институты хеҙмәттәшлек тураһында меморандум сиктәрендә вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында лаборатория булдырыу мөмкинлеген тикшерҙе. Документ берлектәге фәнни-техник проекттарҙы, тикшеренеүҙәрҙе, ғилми конференцияларҙы, күргәҙмәләрҙе, академик материалдар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостандың Фәнни-белем биреү үҙәге Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте әүҙем киңәйтә. Беренсе берлектәге сара - быйыл Шаньдун нефть һәм химия технологияһы институтында Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдарының стажировка үтеүе. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24165/