Өфөләге «Медиайыйын» республика киң мәғлүмәт саралары форумында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа «Профессиональ берләшмә алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһен тапшырҙылар. Награданы Рәсәй Журналистар союзы секретары, Медиаиндустрия академияһы профессоры Вячеслав Умановский тапшырҙы. Уның һүҙҙәренсә, хәрби хәбәрселәрҙең махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәрҙәренең юғары кимәлдә ойошторолоуы өсөн чиновник журналистарҙан күп йылы һүҙҙәр ишетә. Азат Бадранов үҙе әйтеүенсә, ул «республиканың журналистар берләшмәһе менән тығыҙ һәм һөҙөмтәле эш итеүенә шат». - Күп йүнәлештәрҙә республикабыҙ алдынғы: беҙ тәүгеләрҙән булып хәрбиҙәрҙе ташыу өсөн автобустар, медицина ярҙамы, республиканың журналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаларының махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәрҙәрен ойошторҙоҡ. Һәм беҙҙә, минеңсә, тәүгеләрҙән булып заманса профессиональ хәрби проза барлыҡҡа килде. Быны ғорурлыҡ өсөн сәбәп тип иҫәпләйем, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/kultura/2024-06-14/azat-badranov-poluchil-nagradu-soyuza-zhurnalistov-rossii-3809850 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Азат Бадранов Рәсәй Журналистар союзының наградаһына лайыҡ булды
14 июня 202414 июн 2024
1 мин