16 йыл дауамында «Кызыл таң» гәзитендә фотохәбәрсе булып эшләгән һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булған 50 йәшлек Динар Кәлимуллин дүрт йыл элек буш ваҡытында күндән уникаль әйберҙәр яһай башлаған. Оҫта күндән бөтәһен дә тиерлек эшләй ала - сумкалар ҙа, төрлө документтар өсөн тышлыҡтар ҙа, блокноттар ҙа, янсыҡтар ҙа, ҡайыштар ҙа, күҙлектәр, асҡыстар өсөн тышлыҡтар ҙа. Бындай белгестәр тураһында бик аҙ беләләр, уларҙы дуҫтары һәм таныштары аша табалар, ә улар яһаған әйберҙәр менән ғорурланалар һәм йылдар буйына файҙаланалар. - Күн әйберҙәр мине һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Ә үҙемдең ҡулым менән тегелгән әйберҙәрҙең береһе - ҡын. Заманында ҡулдан бысаҡ алғайным, ләкин ул ҡынһыҙ йөрөнө. Һәм ҡынды ҡайҙан алырға икән, тип уйға баттым. Таныш итексенән Өфөлә тәбиғи тирене ҡайҙан табырға мөмкин икәнлеген һораным. Ул ҡайҙан һатып алырға икәнен өйрәтте. Әгәр ҡулың әҙ-мәҙ булһа ла эш белә икән, унда ептәрҙе лә, башҡа нәмәләрҙе лә таба-эшл