Арабыҙҙа шундай гүзәл зат вәкилдәре бар: кем әйтмешләй, кәрәк икән – утҡа инә, кәрәк икән - сабып барған атты тотоп туҡтатыр. Минең дә шундай таныш ҡатын бар. Ҡасандыр беҙ уның менән бергә юғары уҡыу йортонда белем алғайныҡ... Ул башҡа студент ҡыҙҙарҙан үҙенең саялығы, ир-егеттәр кеүек ҡыйыулығы, ойоштора белеү һәләте, ҡурҡыу белмәүе, вәғәҙәһендә тороуы, аныҡ һәм һәр йәһәттән теүәл булыуы менән айырылып торҙо. Ундайҙар хаҡында бәғзеләр “уның янында таш стена артында кеүекһең” тип әйтеүсән. Хәйер, хоҡуҡ һаҡлау органдарында ошондай ҡыйыу йөрәклеләр хеҙмәт итергә тейештер ҙә бит?! Ярай, бөгөн һүҙебеҙ был хаҡта түгел, ә күптән түгел булған хәл тураһында. ...Байрамдан һуң тормош мәшәҡәттәре буйынса баш ҡалала йөрөгәндә Эльвираны осраттым. Тамсы ла үҙгәрмәгән: әйтерһәң дә, йылдар уны урап үтә, тик бына кәйефе ниңәлер төшөнкө ине. Беребеҙ ҙә уны ошондай килеш осратырға күнекмәгәнбеҙ. Ул – беҙҙең өсөн тормошто яратыусанлыҡтың, оптимизмдың һәм йәшәү дәртенең бер аныҡ миҫалы. Күрәһең, байрам б