Оҙаҡ йылдар Мәсетле районының Тәкә фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән ҙур тәжрибәле һәм юғары квалификациялы фельдшер Нурания Миңлебаева табипҡа тиклемге медицина ярҙамын күрһәтә һәм пациенттарҙы ҡабул итә. Ул үҙе ошо уҡ райондың Әжекәй ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1982 йылда Красноуфимск медицина училищеһына уҡырға ингән. Өс йылдан һуң ошо уҡ райондың Тәкә фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып хеҙмәт юлын башлай. Әле лә ул бында – фельдшер-мөдир. Әйткәндәй, ул 2002 йылда Башҡорт медицина колледжында белемен камиллаштырған. Нурания Абудар ҡыҙы – 2011 йылдан плып Мәсетле районы Ростов ауыл хакимиәте депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы ла. Ире Ғәлинур Барый улы менән Динис, Альберт исемле улдар, Эльза исемле ҡыҙ үҫтергәндәр. Нурания Абудар ҡыҙы буш ваҡытында бәйләргә, тәмле торттар бешерергә ярата. Оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән, ғүмерен медицинанан тыш күҙ алдына килтерә алмаған Нурания Миңлебаева өсөн тауыш бирәйек, уға һәм конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан башҡа фельдшерҙарға