Бөгөн иртә менән Шаран районынан ҡурҡыныс яңылыҡ килде: төндә авария булған, унда кешеләр үлгән. Республика дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 4-тәр тирәһендә Шаран - Яңы Балтас - Андреевка автомобиль юлының 17-се километрында була был хәл. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек егет “Лада Приора” автомобиленә идараны юғалтҡан һәм уны канауға ауҙарған. Автомобиль шунда уҡ янып киткән. Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель һәм уның 19 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе урында һәләк булған. Икенсе пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, табиптар ҡарағандан һуң дауаханаға килтерелгән ҡыҙ амбулатор дауаланыу өсөн өйөнә ҡайтарылған. “Маш-Баташ” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, водителдең исеме Артур, ул 19 йәшлек Арина менән осрашҡан. Төндә ул һөйгән ҡыҙын һәм уның әхирәтен район буйлап алып йөрөргә булған. Фото: Маш-Баташ.