Өфөләге "Башҡортостан" концерт залы бинаһы ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләп тора. Бында республика журналистарының сираттағы Медиайыйыны үтә. Үҙҙәре лә ҡырмыҫҡалай гел эш өҫтөндә булып, ялда ла ҡәләмен ҡулынан төшөрмәгән матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре фекер уртаҡлашҡан форумдың уларҙың һөнәри байрамы көнө менән бергә тап килеүе тантанаға тағы ла эшлеклерәк кәйеф өҫтәгәндәй. Медиайыйынды асыу тантанаһын алып барыусы Азамат Йәнбирҙин быйылғы йыйындың "Беҙ бергә!" девизы аҫтында үтеүен әйткәндән һуң, һүҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бирҙе. Республика етәксеһенең журналистарҙың бер оло форумын да ҡалдырмауы уларҙың ауыр ҙа, яуаплы ла эшенә иң ҙур баһа. Илдәге, донъялағы етди һынылыш осоронда берҙәм эш кенә төрлө яҡтан яуған мәғлүмәт ағымында дөрөҫ йүнәлеш алырға, юғалып ҡалмаҫҡа, заман һынауҙарына төплө яуап бирергә булышлыҡ итә. Радий Фәрит улы иң тәүҙә республика журналистарын Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Артабан ул был һөнәр эйәләренең йәмғиәттәге роленә ҙур баһа бирҙе. - Медиайыйын дүртенсе тапҡыр уҙа. Тәүгеһе ковид пандемияһы осоронда булғайны. Ул саҡта журналистар иңенә оло яуаплылыҡ һалынды: улар халыҡҡа аңлатыу эше алып барҙы, "ҡыҙыл зона"ларға барҙы. Унан махсус хәрби операция башланды. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре алғы һыҙыҡҡа хәрби хәбәрсе рәүешендә генә түгел, яугирҙәр ҙә булып китте. Мәҫәлән, Руслан Әхмәтйәнов, Рафиҡ Әхмәтшин, Артур Тапаҡов, Павел Самойлин, - тине республика етәксеһе. Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән журналистарҙы телгә алғанда уларҙың хәрби хәбәрселәр статусы өҫтөндә лә эш барғанын белдерҙе. Шулай уҡ, ғөмүмән, матбуғат хеҙмәткәрҙәренең социаль хәлен яҡшыртыу буйынса ла эштәр башҡарылғанын билдәләне. - Тармаҡта хеҙмәт хаҡы арттырылды. Өфөләге Матбуғат йортон төҙөкләндереүгә әҙерлек бара. Беҙ ""Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһын булдырҙыҡ. Октябрҙә тәүге ғаризаларҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Йыл һайын 300-әр мең һумлыҡ 20 премия тапшырыласаҡ, - тине ул. Эшлекле йыйынға федераль кимәлдәге ҡунаҡтар ҙа килгәйне. "Аргументы и факты" нәшриәт йортоноң генераль директоры Руслан Юрьевич Новиков, "Комсомольская правда" нәшриәт йортоноң шеф-мөхәррире Евгений Александрович Сазонов, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһының генераль директоры Александр Александрович Широких, Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары, Медиаиндустрия академияһы профессоры Вячеслав Владленович Умановский үҙҙәренең сығыштарында хәҙерге журналистика, традицион һәм диджитал мәғлүмәт мөхите, баҫмаларҙың ҡағыҙ вариантын, аудиторияны ҙурайтыу һәм һаҡлау хаҡында һүҙ алып барҙы. Автор фотолары.