Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уны район халҡы ярата

Сибайҙа уҙған “Урал аръяғы-2024” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостандың Дүртөйлө районы 2023 йылда “Административ үҙәктәре ҡала биләмәләре булған муниципаль райондар” категорияһында уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу стандартын тормошҡа ашырыу рейтингында икенсе урын яуланы. Был “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының юғары кимәлдә тормошҡа ашырылыуын раҫлай. Сибайҙағы форумда “Дүртөйлөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Мәүләүи Йосопов та айырылып торҙо. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары” тигән маҡтаулы исем бирелде. 1999 йылдан ул – “Дүртөйлөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Эшләгән йылдары эсендә бик күп наградаларға – республика Хөкүмәте дипломына, Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәтенең, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың почет грамоталарына лайыҡ була. - “Дүртөйлөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе үҙен талапсан, аҡыллы һәм инициативалы етәксе итеп күрһәтте. Вазифа бурыстарын үтәүгә яуаплы ҡарай. Коллективта ихтирам менән файҙалана. Хеҙмәттәштәр менән аралашҡанда һәр саҡ иғтибарлы һәм итәғәтле. Район-ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша”, – тип билдәләнеләр Дүртөйлө районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.