Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауыл фельдшеры яңы урында эш башлай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Мәләүез районының Богородский ауылында тантаналы шарттарҙа яңы модулле акушерлыҡ-фельдшер пункты асылды. Программаның маҡсаты – медицина ярҙамынан халыҡтың файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Яңы медицина бинаһы тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм бөтә стандарттарға яуап бирә. Медицина пунктында фельдшер, процедура кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау һәм пациенттар өсөн көтөү бүлмәләре урынлашҡан. Бинаға йылы һәм һыуыҡ һыу, электр уты үткәрелгән. Фельдшер Луиза Хәбибуллина “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эш башлаған.Яңы эш урыны уға оҡшаған. – Ауылдаштар яңы медицина пункты асылыуға бик шат. Мин дә ул көндө түҙемһеҙлек менән көтәм, – ти фельдшер. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.