Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс көндә алты ҡорбан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, өс көн эсендә Башҡортостанда һыуҙа бер нисә фажиғә теркәлгән. Һыуға батыусыларҙың барыһы ла тыйыусы билдәләр ҡуйылған йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән. Шулай, 11 июндә кискеһен Йөрәктау ауылының Ҡажат күле буйында 25 йәшлек егет һыуға сума һәм башҡаса сыҡмай. Уның кәүҙәһен урындағы ҡотҡарыусылар тапҡан. 12 июндә төндә Түбәнге Ласынтау ауылында Ағиҙел йылғаһында 60 йәшлек ир балыҡ тотҡанда батып үлгән. Шаһиттар уның кәүҙәһен сығарған. Кисен Үтәгән ауылында Ағиҙел йылғаһында 38 йәшлек ир һыу ингән һәм батып үлгән. Әле уны водолаздар эҙләй. Ивановка ауылында быуала 46 йәшлек ир батып үлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водолаздары уның кәүҙәһен тапҡан. 17 йәшлек үҫмер Ҡарман һыуһаҡлағысында һыу ингән һәм батып үлгән. Уның кәүҙәһен бөгөн иртән урындағы кеше тапҡан. 13 июндә Благовещенда Ағиҙел йылғаһынан шаһиттар 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Алда эҫе көндәр көтә. Зинһар, һыу ингән саҡта барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, йыһазландырылмаған урында инмәгеҙ. Иҫерек килеш һыуға төшөү хәүефте күпкә арттыра. Балаларҙы һыу буйында күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Фото: МЧС