Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Күренә тик ҙурҙар, матурҙар... Буранбай ИСҠУЖИН

Йомабай тураһында йыр Йомабай, тиҙәр уны,
Бик ябай, тиҙәр уны.
Бурысҡа нимә алһаң да,
Һорамай, тиҙәр уны.
Ҡыҙҙар уны яратмайҙар, –
Кейгәне – иҫке, тиҙәр.
Һөйләгәне – анекдот та,
Белгәне – эске, тиҙәр.
Ярата уны бисәләр,
Бисәләр оҫта “һауа”...
Бындай “мәжлес”тәрҙән сыҡҡас,
Йомабай тышта ауа.
Эшләгәндә – эш емертә,
Эшләмәй ҙә көн итә –
Уға көнөнә бер икмәк,
Йә бер сәйнүк сәй етә.
Уйнай ул ҡурайында ла,
Уйнай гармунында ла.
Эсе бошһа, йырлап ҡуя
Япа-яңғыҙында ла.
Бесән саба апаһына,
Өй һала ағаһына.
Улар уға “эш хаҡы” тип
Бер-ике ярты һона.
Малай тимәйҙәр уны,
Ағай тимәйҙәр уны,
Үҙҙәре мал бүлешкәндә
Юрый күрмәйҙәр уны.
Үпкәләй белмәй Йомабай,
Белмәй үсләшергә лә;
Ҡунаҡҡа саҡыр әле, тип
Белмәй көсләшергә лә.
Йомабай, тиҙәр уны,
Алабай, тиҙәр уны,
Ҡалымдан ҡайтҡанын күреп,
Алалар йөҙәр һумын.
Йөҙәр түгел, меңәр һумын
Бирер ине Йомабай,
Кешеләр бик оялсандар –
Меңәр һумлап алалмай.
Алығыҙсы, оялмағыҙ,
Йомабай сумарт бит ул,
Этенә лә, бетенә лә
Бер туған сват бит ул.
Йомабай б

Йомабай тураһында йыр

Йомабай, тиҙәр уны,
Бик ябай, тиҙәр уны.
Бурысҡа нимә алһаң да,
Һорамай, тиҙәр уны.

Ҡыҙҙар уны яратмайҙар, –
Кейгәне – иҫке, тиҙәр.
Һөйләгәне – анекдот та,
Белгәне – эске, тиҙәр.

Ярата уны бисәләр,
Бисәләр оҫта “һауа”...
Бындай “мәжлес”тәрҙән сыҡҡас,
Йомабай тышта ауа.

Эшләгәндә – эш емертә,
Эшләмәй ҙә көн итә –
Уға көнөнә бер икмәк,
Йә бер сәйнүк сәй етә.

Уйнай ул ҡурайында ла,
Уйнай гармунында ла.
Эсе бошһа, йырлап ҡуя
Япа-яңғыҙында ла.

Бесән саба апаһына,
Өй һала ағаһына.
Улар уға “эш хаҡы” тип
Бер-ике ярты һона.

Малай тимәйҙәр уны,
Ағай тимәйҙәр уны,
Үҙҙәре мал бүлешкәндә
Юрый күрмәйҙәр уны.
Үпкәләй белмәй Йомабай,
Белмәй үсләшергә лә;
Ҡунаҡҡа саҡыр әле, тип
Белмәй көсләшергә лә.

Йомабай, тиҙәр уны,
Алабай, тиҙәр уны,
Ҡалымдан ҡайтҡанын күреп,
Алалар йөҙәр һумын.

Йөҙәр түгел, меңәр һумын
Бирер ине Йомабай,
Кешеләр бик оялсандар –
Меңәр һумлап алалмай.

Алығыҙсы, оялмағыҙ,
Йомабай сумарт бит ул,
Этенә лә, бетенә лә
Бер туған сват бит ул.

Йомабай бит был донъяға
Кешеләр тиеп килгән;
Кешеләр тип, ярлыланып,
Кеше кейемен кейгән.

Үтһә үтер ғүмерҙәре
Кеше кейемен кейеп,
Кеше ҡалдығын ейеп,
Беҙҙән ул ярҙам һорамаҫ,
Үлмәҫ йәндәре көйөп;
Үҙ соҡорон тупраҡты
Үҙе лә ҡуйыр өйөп.
...Беҙ генә ҡалырбыҙ бында,
Үҙ-үҙебеҙҙе һөйөп.

Күҙлек ватылғанда

Ниндәй рәхәт күҙлек ватылһа –
Иғтибар итмәйһең юҡ-барға.
Төҫмөрләйһең аҡты-ҡараны,
Күҙ һалыу ҙа юҡ ул сыбарға.

Күренә тик ҙурҙар, матурҙар,
Ҡыуаныстан йөҙө ялтырҙар;
Күҙгә күренмәйҙәр уртасылдар,
Бөршәйешеп киткән бахырҙар.

... Ана, берәү килә. Күҙлеге юҡ.
Әллә мода – күҙлек ватыуҙар.

Һүҙҙәр

Баҫымлы һүҙ – баҫып һөйләнелә,
Яғымлы һүҙ – мотлаҡ йылмайып.
Әҙәпһеҙ һүҙ генә әрһеҙерәк –
Нисек әйтһәң, шулай ҡулайлы,
Ҡайҙа әйтһәң, шунда ҡулайлы.
... Яралары ғына оҙайлы.

Хәсрәтле кеше

Был донъяны ҡайғыртыуы еңел ул...
В. Сухомлинский.

Кешеләр боҙолдо, тиһең,
Ауырайҙы замана –
Берәүҙәр урамға һыймай,
Берәүҙәргә сик – дүрт стена.

Эттәрҙең эттәренә лә
Күсә кеше ҡылығы –
Күмәкләшеп өҙгөсләйҙәр,
Бер эт ятһа йығылып.

Сәнселәләр самолеттар,
Поездар сыға юлдан;
Йорттарҙы ер йотоп тора...
Барыһы яҙған аҡылдан!

Халыҡ тамам аҙҙы, тиеп
Өҙгөләнәһең көн дә.
Әйтерһең дә, бар донъяның
Хәсрәттәре – өҫтөңдә.

Кешеләр боҙолоу, тиһең,
Замананың емеше.
... Өс көн икмәкһеҙ ултыра
Ҡартайған яңғыҙ күршең,
Һинең юҡ унда эшең!

Был ауылда

Был ауылдың тауҙарында
Таштар тапап йөрөй һарыҡ,
Тамыр төптәренә һарып.
Ҡырҡар кәбән төшә торған
Туғайҙары юҡҡа сыҡҡан, –
Тап өҫтөнә башмаҡ ятҡан.
Был ауылда кешеләр юҡ,
Тик эшселәр – был ауылда,
Таланттары, шәхестәре
Ҡасып бөткән унда-һанда.
Был ауылда бейеүсе юҡ,
Тыпырлата белеүсе бар;
Бесеүсе юҡ, тегеүсе юҡ,
Бары кейә белеүсе бар.
Был ауылда бауылдашып
Байрамдарҙы үткәрмәйҙәр,
Боронғолар хөрмәтенә
Йөҙ грамм да күтәрмәйҙәр.
Барыһы ла шып-шым ғына:
Утын алыу, ем алыуҙар.
Онотолған күмәкләшеп
Уйнап-көлөп өй һалыуҙар.
Был ауылға түрәләрҙе
Ситтән табып килтерәләр,
Боралҡынан берәү килһә,
Боронғоно сүктерәләр.
Был ауылда түрәләр күп
(Хужалар юҡ был ауылда),
Иртәгәһе көн хаҡына
Ҡыбырламаҫ бөртөк ҡыл да.
...Был ауылда хәҙер – шулай
Тора-бара нишләр икән?
Быны күреп, тик ятҡандар
Киләсәктә йәшәр микән?
Балалары нишләр икән?