Тәү ҡарашҡа тормошом матур бара кеүек: ирем, балаларым, күңел биргән эшем, йәмле йортом бар. Күңел ғазаптарын белмәгән кешеләр мине бәхетле ҡатынға һанай. Әммә ғүмерлек бер үкенесем, бәхетһеҙлегем бар: яратҡан кешем мине яратмай. 30 йыл тормошом ошо дөрөҫлөккә әсенеп, эстән һыҙып үтте һәм барлыҡ ғүмер бушҡа үткән кеүек тойғо ҡалдыра.
Илсур менән беҙ район үҙәгенән ҡайтҡан автобуста танышып киттек. Йәштәр башлыса арттараҡ өймәкләшеп ҡайта. Мин дә автобусҡа инеү менән, таныштар булмаҫмы тип, түргәрәк үттем. Шул саҡ бер егет шаяртып:
– Кил, алдыма ултыр! – тине.
– Шәп булһаң, урыныңды бир! – тип яуапланым.
Ул тороп урын бирҙе. Ҡалған юлды һөйләшеп ҡайттыҡ. Йор һүҙле Илсур оҡшаған кеүек булды. Шуға беҙҙең ауылға етеүгә ул:
– Кис киләм, клубҡа сыҡ йәме, – тигәс, ризалыҡ бирҙем.
Ике ай тирәһе дуҫлашып йөрөгәс (ул ял һайын беҙҙең ауылға килә лә клубтан мине өйгә тиклем оҙатып ҡуя. Шунан башҡа артыҡ етди мөнәсәбәттәр булманы), Илсур үҙе менән эйәртеп Айҙар дуҫын алып килде. Класташтар булыуҙан тыш, күрше генә йәшәйҙәр икән. Зәңгәр күҙле, етен сәсле, мыҡты кәүҙәле Айҙарға тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Иғтибарын йәлеп итергә тырышып, уйын-көлкө хәбәр һөйләй башланым. Ә ул миңә, еңгәй ҙә еңгәй, тип өндәшә.
– Ниндәй еңгәй булайым мин һиңә? Беҙ Илсур менән дуҫтар ғына, – тинем иң ахырҙа.
– Еңгәй инде. Беҙ ни оҡшатҡан ҡыҙҙарҙан һорап тормайбыҙ, урлай ҙа ҡайтабыҙ. Оҙаҡламай бына мин өйләнәм, унан инде сират Илсурға етә, – тине.
– Әтеү кәләш алырға уйлап йөрөйһөңмө? Кем инде башыңды әйләндереүсе? – тип һорамай түҙмәнем.
– Үҙебеҙҙең ауылдан Сәлиә исемле ҡыҙ. Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөйбөҙ. Бына, атаһы эштән ҡайтҡанын көтәбеҙ, никах уҡытырға ине иҫәп. Туй, моғайын, йәйгә ҡалыр. Илсур дуҫ менән икегеҙҙең урын табындың түрендә буласаҡ, – тигән яуапты ишеткәс, бөтөнләй кәйефем төштө.
Айҙар менән танышҡандан һуң Илсурҙан бөтөнләй күңелем ҡайтты, аралашҡым да, осрашҡым да килмәй башланы. Ә үҙем, Айҙар тураһында берәй хәбәр булмаҫмы тип, араны өҙөргә ашыҡмайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яратҡан кешем ғаилә ҡорҙо. Нимә уйлағанмындыр, белмәйем, туйға барырға ризалаштым. Бәхетле йәштәрҙең байрамында уларҙың йылмайған йөҙҙәренә ҡарап, үҙ-үҙемде язалап ултырҙым. “Сәлиә урынында мин булырға тейеш инем”, – тигән уйҙар ҙа инде башыма. Ә ауыл халҡы мине Илсурға ҡушып, “ҡауыштырып” та ҡуйҙы.
– Килен, ярҙам итеш әле...
– Үҙебеҙҙең кеше инде һин, әйҙә, шул эште генә атҡарып ҡуяйыҡ та...
– Илсур, киленде ҡарап йөрө, башҡалар күҙ һалмаһын...
– Сират һеҙгәлер инде...
Туйҙан һуң тамам өмөт өҙөп, район үҙәгендәге эшемдән сығып, Өфөгә күсеп киттем. Тик Айҙарҙы онота алманым, һағыныуым үҙәгемә үтте. Бер генә күреү өсөн дә әллә ниҙәр бирерлек хәлгә еттем. Китеүемә бер йыл тигәндә, әсәйемдән адресты алып, Илсур яныма килде:
– Әлфинур, мин һине аңламайым. Матур ғына йөрөй инек, бер нимә лә аңлатмайынса киттең дә барҙың. Бала-саға түгелбеҙ, инде ғаилә ҡорор ваҡыт етте. Аңлашмай-нитмәй икенселәргә әүрәр кеше түгелмен. Шуға ныҡлы һөйләшергә тип килдем. Минең уйҙар етди. Һинең икенсе дуҫлашҡан егетең бармы әллә?
Дуҫыңды яратам, тип әйтә алмайым бит инде. Шуға телемә килгән тәүге хәбәрҙе һөйләнем:
– Ауылда йәшәге килмәгән кеүек ине. Ҡалала ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәү ҙә еңелдән түгел икән...
Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ ул көнө. Айҙарҙың өй һала башлауын, бәпәй көтөүҙәрен дә һөйләне. Күңелем тамам һүрелде. Ҡайтыр алдынан Илсур өйләнешергә, бергә булырға тәҡдим яһаны. Ике ай тирәһе икеләнеп, уйланып йөрөнөм. Беренсенән, мөхәббәт тип яңғыҙ ҙа ҡалаһы килмәй ине. Икенсенән, Илсур насар кеше түгел – ҡулынан эш килә, эсеп йөрөмәй, алама ғәҙәттәрҙән азат, ғаиләләре матур. Һәм, әлбиттә, Айҙарҙы йыш күреп, уның барлығын белеп йәшәү ҙә оло бәхет булып күренде ул саҡта. Кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем.
Илсурға нисектер эйәләшеп киттем мин. Тик уны ағайым, дуҫым кеүек кенә күрҙем. Бик һирәк лаяҡыл иҫергән сағында ул: “Яратмайһың мине. Ысын күңелдән ҡосаҡлағаның да юҡ”, – тип үпкәһен белдереп ала. Ә мин, ысынлап та, ғүмер буйы Айҙарҙы күреүемә шатланып, шул уҡ ваҡытта уның минеке булмауына һыҙланып йәшәнем. Ҡунаҡтарға саҡырышабыҙ, аралашып йәшәйбеҙ. Хәҙер инде улдарыбыҙ буй еткереп, дуҫлыҡты дауам итә. Сәлиә миңә һәр саҡ: “Әхирәт”, – тип өндәшә. Тик шундай саҡта үҙемде хыянатсы кеүек тойоп китәм. Әлбиттә, иремә хыянат итеү тураһында башыма инеп тә сыҡҡаны юҡ. Бер генә тапҡыр Айҙарҙың ҡосаҡ йылыһын тойһам ине, тип тилмереүем былтыр тормошҡа ашты. Улыбыҙҙы махсус хәрби операцияға оҙатҡан саҡта үкһеп илағайным, шунда ул: “Сабыр бул, Әлфинур, иҫән ҡайтыр, Аллаһ бирһә”, – тип ҡосаҡлап йыуатты. Тик бала ҡайғылары менән ул мәлдә иғтибар ҙа итмәнем.
Быйыл Илсур менән ғаилә ҡороуыбыҙға 29 йыл булды. Өс малай үҫтерҙек. Икәүһе өйләнеп, үҙ аллы йәшәй. Кейәүгә сығыуыма үкенмәйем дә кеүек. Шул уҡ ваҡытта иремде бәхетле итә алманым. Уға кейәүгә сыҡмаһам, бәлки, яйлап мин дә Айҙарҙы онотор инем. Ни тиһәң дә, ваҡыт дауа, тиҙәр, күрешмәһәк, аралашмаһаҡ, хистәр төҫһөҙләнер ине. Юғиһә, көн аша тиерлек уны күреп, күңел берсә талпынып, берсә ғазапланып, юҡҡа өмөтләнеп йәшәлде. Бәлки, насар ир, ялҡау хужа, эскесе булһа ла күңел ҡайтыр ине. Ә ул үҙенең матур тормошо, холҡо менән бөгөнгө көнгә тиклем күңелемдең түрендә. Бына шулай үтә тормошом...
Әлфинур С. Балтас районы.