Бөгөн, 13 июндә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков республика менән Дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Ул Өфө моторҙар эшләү берекмәһе майҙансығында ойошторолған. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында Ростех предприятиеларының республика үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне. Берлектәге ведомство-ара комиссия ултырыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙар ҙур әһәмиәткә эйә, тине. - Ведомство-ара комиссия форматында беҙ 2020 йылдан алып эшләйбеҙ. Беҙҙең осрашыуҙар конструктив һәм һөҙөмтәле, - тине Радий Хәбиров. - Ә өлгәшелгән бөтә килешеүҙәрҙе «юл картаһына» теркәйбеҙ һәм артабан уларҙың үтәлешен контролдә тотабыҙ. Ростех авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков шулай уҡ республика менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеген һәм төбәк биләмәһендә Дәүләт корпорацияһы предприятиеларының тотороҡло эшен юғары баһаланы. Ултырышта Ростех структураһына