Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, Бүздәк районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Ваҡиға бөгөн М-5 «Урал» автомобиль юлының 1357-се саҡрымында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Киа Рио» рулендәге 43 йәшлек водитель Өфө яғынан Һамар яғына китеп барғанда юл ситенә сығып осҡан һәм түңкәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Был факт буйынса тикшереү башланған. Ваҡиға урынында махсус хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы сайтынан.