Ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Менделеев урамында төҙөлгән йортта бишенсе-алтынсы ҡат бейеклегенән төҙөлөш “люлькаһы” ҡоланы. Уның эсендә дүрт кеше булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике төҙөүсе фажиғә урынында һәләк булды. Ҡалған икәүһен дауаханаға алып киткәйнеләр, унда тағы бер кешенең алған йәрәхәттәрҙән һәләк булыуы тураһында билдәле булды. Дүртенсе йәрәхәтләнгән кешенең хәле үтә ауыр ине. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса “люлька”ның нығытыу урыны ысҡынған һәм кешеләр шуға ҡолаған. Ирҙәргә 23, 32 һәм 46 йәш булған. Бөгөн йәрәхәтләнгән ирҙең хәле билдәле булды. Асыҡланыуынса, уға 31 йәш. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәле үтә ауыр тип баһалана, табиптар әле һаман уның ғүмере өсөн көрәшә. Ул баш ҡаланың ашығыс ярҙам клиник дауаханаһында ята. Фото: МЧС.