“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Сәфәрғәлина Сания Вәис ҡыҙы – сығышы менән Белорет районының Тирлән ҡасабаһынан. Белорет медицина училищеһын “Фельдшер” белгеслеге буйынса тамамлағас, йүнәлтмә менән Салауат районына эшкә ебәрелә. 1983 йылдан алып, ул – Салауат районының Ахун ауылында фельдшер. Ире Ғилемдар Рәхим улы менән Светлана, Эльвира исемле ҡыҙҙар, Әмир исемле ул үҫтергәндәр. Анита исемле ейәнсәрҙәре бар. Улар барыһы ла Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Сания Вәис ҡыҙына һәм уның коллегаларына етеп килгән һөнәри байрамдары айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе юллайыҡ, тауыш бирәйек, лайктар ҡуяйыҡ. Фотолар: Сания Сәфәрғәлинаның шәхси архивынан.