“Ғәҙел Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына үҙ кандидатын тәҡдим итте. Ул - төбәк бүлексәһе советы рәйесе һәм республиканың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа фракция етәксеһе Владимир Нагорный. Партияның төбәк бүлексәһендә белдереүҙәренсә, Владимир Нагорныйға ышаныс белдереү уның “алдағы уңышлы эше һәм төбәк өсөн бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашырыуы” менән аңлатыла. Кандидат үҙе “конференцияла әйтелгән тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе” иҫәпкә алып, һайлау алды кампанияһын алып барырға вәғәҙә итә. Партия шулай уҡ сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә үтәсәк урындағы һайлауға үҙ кандидаттарын тәҡдим итергә ниәтләй. Фото: vk.com