Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Ярмаларҙы күпләп алған булһағыҙ

Ярмаларҙы ҡоро контейнер йәки өс литрлы банкаға бушатырға кәрәк. Пакетта һаҡлағанда, ҡорттар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡорттар барлыҡҡа килмәһен өсөн, ярма эсенә бер нисә лавр япрағы йәки һарымһаҡ һалырға кәңәш ителә. Ярма тултырылған һауытты ҡоро, ҡояш нурҙары төшмәгән ҡараңғы урынға ҡуйырға кәрәк. ГОСТ талаптары буйынса ярмалар +18 градустан артмаған (иң яҡшыһы -5...+5 градус) температурала, һауаның дымлылығы 60–70% тирәһе булған урында һаҡланырға тейеш.
Барлыҡ талаптарҙы үтәгәндә, тары ярмаһы — 9, манный, геркулес — 10, арпа ярмаһы — 15, дөгө — 16, ҡарабойҙай — 18 ай, борсаҡ 2 йыл тирәһе һаҡлана.