Төбәктең компетенциялар үҙәге хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Башҡортостан профсоюздары федерацияһының күсмә семинарын уҙғарҙы, тип хәбәр итә ойошманың матбуғат хеҙмәте. Республика тармаҡ профсоюз ойошмалары етәкселәренең төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары менән осрашыуы хеҙмәт коллективтары вәкилдәрен “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда) менән таныштырыу, уларға һаҡсыл производствоның нигеҙҙәре тураһында аңлатыу, Башҡортостан предприятиеларында тормошҡа ашырылған уңышлы проекттарҙы күрһәтеүгә ҡоролдо. Бынан тыш төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары “Процестар фабрикаһы” эшлекле уйыны форматында сара ла ойошторҙо. -Кадрҙар етмәүе тойолғанда бөгөн хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, сәнәғәт һәм иҡтисад тармағын модернизациялау бик мөһим. Был саралар хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуҙы, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренең килемен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя,–тине Башҡортостандың профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко. Республикала милли проекттарҙа ҡатнашыусылар һаны бөгөн 176 предприятие иҫәпләнә. Уларҙың 83-ө компетенциялар үҙәгенән адреслы ярҙам алған, тағы ла 13-ө һаҡсыл производство ҡоралдарын индереү стадияһында. Рәсәй Президентының ил үҫешенең милли маҡсаттары тураһындағы яңы май указына ярашлы, 2030 йылға кәмендә 40 процент иҡтисад тармағының урта һәм эре предприятиелары һәм 100 процент социаль өлкәнең дәүләт һәм муниципаль ойошмалары хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса проектҡа инергә тейеш. Фото: “Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.