Найти в Дзене

Ауылдаштар ҡәнәғәт

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Туймазы районының Ҡандра ауылы дауаханаһына яңы флюорограф алынды. Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. 2023 йылда Рәсәйҙә 1,2 меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звено объекттары төҙөлдө һәм яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылды. Флюорография рентгенография тикшереүенең бер төрө булып тора, ул күкрәк ситлеге өлкәһен һәм үпкәне тикшереүгә йүнәлтелгән. Ул пульмонология сирҙәрен иртә стадияла диагностикалауҙа иң тәьҫирле ысулдарҙың береһе, шул иҫәптән туберкулезды асыҡлауҙа, тип иҫәпләй белгестәр. Өлкәндәр был тикшереүҙе йыл һайын үтергә тейеш, сөнки туберкулез өҙлөгөүҙәре ошоғаса донъяла үлем осраҡтарының киң таралған сәбәбе булып тора. –Яңы флюорограф эштә бик уңайлы, уның ярҙмында пациенттарҙы тиҙ һәм сифатлы тикшерергә мөмкин. Ауылдаштар яңы ҡорамалдан бик ҡәнәғәт, - ти рентген лаборанты Ирина Бузник. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Туймазы районының Ҡандра ауылы дауаханаһына яңы флюорограф алынды. Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. 2023 йылда Рәсәйҙә 1,2 меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звено объекттары төҙөлдө һәм яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылды. Флюорография рентгенография тикшереүенең бер төрө булып тора, ул күкрәк ситлеге өлкәһен һәм үпкәне тикшереүгә йүнәлтелгән. Ул пульмонология сирҙәрен иртә стадияла диагностикалауҙа иң тәьҫирле ысулдарҙың береһе, шул иҫәптән туберкулезды асыҡлауҙа, тип иҫәпләй белгестәр. Өлкәндәр был тикшереүҙе йыл һайын үтергә тейеш, сөнки туберкулез өҙлөгөүҙәре ошоғаса донъяла үлем осраҡтарының киң таралған сәбәбе булып тора. –Яңы флюорограф эштә бик уңайлы, уның ярҙмында пациенттарҙы тиҙ һәм сифатлы тикшерергә мөмкин. Ауылдаштар яңы ҡорамалдан бик ҡәнәғәт, - ти рентген лаборанты Ирина Бузник. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.