Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яуаплы хеҙмәттәре өсөн – наградалар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. –Һеҙ бөтәгеҙ ҙә ҙур һәм һиҙгер йөрәкле кешеләр, ярҙамға мохтаж һәр кемгә ярҙам итергә әҙерһегеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар, инвалидтар һәм үҙенсәлекле балалар хаҡында хәстәрлек күреү, өлкәндәрҙең ғүмер оҙайлығын арттырыу күпселек осраҡта һеҙҙең – республикабыҙҙың 11 меңдән ашыу халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәренең һиҙгерлегенән, мәрхәмәтлегенән һәм намыҫлы хеҙмәтенән тора, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа һеҙҙең хеҙмәт күләме бер нисә тапҡырға артты. Республиканың бер миллиондан ашыу кешеһе, шул иҫәптән 309 меңдән ашыу балалы ғаилә социаль ярҙам сараларын ала. Төбәк етәксеһе дәүләт социаль заказы механизмдарын һынап ҡарау сиктәрендә Башҡортостандың сертификаттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса лидер булыуын билдәләне. Шуның ярҙамында 35 меңдән ашыу кеше өйҙәге хеҙмәттәрҙән файҙаланды. Социаль хеҙмәткәрҙәр хәстәрлеге

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. –Һеҙ бөтәгеҙ ҙә ҙур һәм һиҙгер йөрәкле кешеләр, ярҙамға мохтаж һәр кемгә ярҙам итергә әҙерһегеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар, инвалидтар һәм үҙенсәлекле балалар хаҡында хәстәрлек күреү, өлкәндәрҙең ғүмер оҙайлығын арттырыу күпселек осраҡта һеҙҙең – республикабыҙҙың 11 меңдән ашыу халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәренең һиҙгерлегенән, мәрхәмәтлегенән һәм намыҫлы хеҙмәтенән тора, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа һеҙҙең хеҙмәт күләме бер нисә тапҡырға артты. Республиканың бер миллиондан ашыу кешеһе, шул иҫәптән 309 меңдән ашыу балалы ғаилә социаль ярҙам сараларын ала. Төбәк етәксеһе дәүләт социаль заказы механизмдарын һынап ҡарау сиктәрендә Башҡортостандың сертификаттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса лидер булыуын билдәләне. Шуның ярҙамында 35 меңдән ашыу кеше өйҙәге хеҙмәттәрҙән файҙаланды. Социаль хеҙмәткәрҙәр хәстәрлеге һөҙөмтәһендә 800 кеше интернат учреждениеларына бармайынса өйҙәрендә йәшәй ала. Радий Хәбировтың әйтеүенсә, “Демография” милли проектына ярашлы, Благовещен психоневрологик интернаттың 60 урынға иҫәпләнгән яңы корпусын төҙөү социаль өлкәләге һуңғы йылдарҙағы беренсе күләмле төҙөлөш булды. Быйыл шулай уҡ республика “Именлек” геронтология үҙәгенең өҫтәмә корпусы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Тағы ла быйыл инвалид балалар өсөн “Салют” реабилитация һәм белем биреү үҙәге һәм инвалидтар өсөн социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы Мультиүҙәге асыласаҡ. –Ысын күңелдән бөтәгеҙгә лә битараф булмағанығыҙ, абруйлы һәм яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/179252.html