Үҙ һөнәрен мөкиббән китеп башҡарған, оҙаҡ йылдар дауамында уға тоғролоҡ һаҡлаған, эргә-тирәләгеләрҙең хөрмәтенә ҡаҙанған замандаштарыбыҙ арабыҙҙа байтаҡ. Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы Агеева – тап шундайҙарҙан. Ул Ырымбур өлкәһе Переволоцкий районының Ғәбдрафиҡ ауылында тыуып үҫкән, Туҡсоран буйы ҡыҙы ғүмерен медицинаға арнаған. Медицинаға һөйөү – бала сағынан Илле йылға яҡын ғүмереңде фәҡәт бер һөнәргә бағышлау – һоҡланғыс күренеш. Был оҙайлы ваҡыт эсендә нисек ялҡмай шул уҡ хеҙмәт бурыстарын атҡарырға мөмкин? Кеше бер төрлө генә булмаған кеүек, һәр кемдең үҙенә генә хас йәшәү маҡсаттары була, уларҙы тормошҡа ашырырға тырышып, белемен байытып, үҙенсә эшләй, йылдан-йыл камиллаша, ахыр сиктә үҙе теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшәлер ҙә. “Үҙемде ошо аҡ халаттан, медицина тармағынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым, – тип башланы һүҙен Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы. – Был һөнәргә һөйөүем – бала саҡтан. Атайым ветеринар фельдшер булып эшләне: малдарҙы ҡарай ине. Ул ваҡытта ауылда табип булмағас, беҙгә ярҙам һорап киләләр ине. “Бинтың юҡмы, йодың бармы икән?” – тип йыш ҡына атайыма мөрәжәғәт иттеләр. Берәй ауырыу-һыҙланыуы буйынса килгән күрше-тирәме йәки ауылыбыҙға килгән ҡунаҡмы, береһенә лә ярҙамдан баш тартманы атайым, ҡулынан килгәнсә дауаланы”. Агеевтар ғаиләһендә ете бала татыу үҫкән. Гөлнәфис Хәкимйән ҡыҙы менән Миңлеғәләм Ибраһим улы, белем эстәү бәхете тәтемәһә лә, заманына күрә уҡымышлы ғына булған. “Атайым Ырымбур өлкәһендәге педагогия училищеһына уҡырға ингән, белем алырға теләгән, тик 1941 йылдың 18 июнендә 18 йәше тулған атайымды, Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс, фронтҡа алып киткәндәр, – тип һөйләне Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы. –Бер йыл үткәс, 1942 йылда полк, яуҙаштары менән әсирлеккә эләккән, Германияға ҡыуғандар. Унда концлагерҙа сығышы менән Силәбе яҡтарынан булған бер табип, немецтарҙа физик йәһәттән һау һәм немецтарҙа эшләү алыу хоҡуғын биргән белешмә биреп, атайыма урындағы крәҫтиәндәрҙең береһенә хеҙмәтсе итеп урынлаштырырға ярҙам иткән. Шулай итеп, атайым иртәнән кискә тиклем фермерҙа эшләгән һәм аҙаҡ кире лагерға ҡайтҡан. 1945 йылда ул дуҫы менән был тотҡондан ҡаса алғандар. Аҙаҡ Германияла ике йыл писарь булып хеҙмәт иткән, шунан ике йылдан һуң тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Ошо хәлгә бәйле һеңлем Әлфиәнең атайыбыҙ тураһында шиғыры бар. Унда “Тыуған илеңә ҡайтҡас, ҡапҡалар ябылды” тигән юлдар бар. Ошо юлдарҙа атайымдың һәм уның ғаиләһенең ниндәй хикмәттәр кисергәнлеге күренә: бик ауыр йәшәнек. Өс һуғыш ветераны булған ҡартатайым да был йылдарҙы ауыр кисерҙе, улының уй-кисерештәре, һыҙланыуҙары уның да йөрәге аша үтте”. Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы ағаһы һәм һеңле-ҡустылары менән берлектә ошо барлыҡ һынауҙар аша үтә алған.”Атайым үҙенең барлыҡ уй-кисерештәрен шиғри юлдарға һала барған. Атайымдың латин хәрефтәре менән яҙылған шиғырҙары һаҡланған блокноттары байтаҡ ине. Бала саҡта иғтибар биреп еткермәгәнбеҙ, аҙаҡ ҡына латин теле белгестәренән уҡытып, был яҙмаларҙың шиғырҙар икәнлеген аңланыҡ, – ти Гөлсәрә Агеева. – 1999 йылға, 75 йәшенә тиклем ғүмер кисерҙе атайым, ә инәйем 2015 йылда 87 йәшендә китеп барҙы. Уларҙың икеһенә лә белем алыу мөмкинлеге булмаһа ла, үҙҙәре бик грамоталы ине, төрлө гәзит-журналдарҙы даими алдырҙылар. Атайым уларҙы беҙгә ҡысҡырып уҡырға яратты. Был ваҡытта инәйем шәл бәйләп, беҙ иһә мөкиббән китеп уны тыңлай инек. Бынан тыш, әҙәби китаптар ҙа өйөбөҙҙә күп булды. Дүрт класс белем алған әсәйем – һауынсы, атайым ветеринар фельдшер булып эшләне. Уларҙың икеһенә лә кәңәш һорап килеүселәр күп булды. Атайыма ҡарап, мин дә кешеләрҙе дауалаһаң ине тип хыяллана инем”. Әйткәндәй, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы нәшер ителгән “Хәтер” китабында Миңлеғәләм Агеевтың оҙаҡ йылдар шкафта һаҡланған ҡулъяҙмалары баҫылған. Уның ҡайһы бер шиғырҙарына Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙы Әлфиә музыка яҙған. Уларҙы хәҙер билдәле йырсылар башҡарыуында ишетергә мөмкин. “Һәр саҡ атайымдан дарыуҙар еҫе сыҡҡанын иҫләйем. Ағайымдар менән бергәләп уның эш урынына барырға, ҡаптарҙа торған дарыуҙарҙы ҡарарға ярата, атайым үҙ ҡулы менән яһаған, глюкоза һалынған сәй эсә инек. Тап шуға ла, ҡәҙерле кешемә ҡарап, медицинаны һайланым һәм ғүмерем буйы кешеләрҙе дауалайым, – ти ул. – Ата-әсәйем дәрестәре тиккә үтмәне: улар беҙҙе көслө рухлы, ғәҙел, намыҫлы булырға, тормошто яратырға өйәтте. Ә шәхсән миңә ул ошо яратҡан һөнәремде һайлауҙа ҙур этәргес яһанылар”. Өфөнө “яулай алған” Гөлсәрә Агеева Ырымбурҙан булһа ла, бәләкәйҙән Өфөлә йәшәү хыялы менән янған, шуға күрә ул – тыуған Ғәбдрафиҡ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ, күрше ауылдағы Кичкассан урта мәктәбен тамамлағас, Башҡортостандың баш ҡалаһына юлланған. “Ауылыбыҙҙан ун йыл бергә уҡыған класташым Әминә исемле ҡыҙға килгәйнем. Ул: “Республика балалар клиник дауаханаһының хирургия бүлексәһенә санитар булып эшкә урынлаш”, – тип кәңәш бирҙе. Мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен. 1978 йылдың 3 июнендә Өфөгә килгәйнем, ошо уҡ йылдың 14 июнендә эшкә урынлаштым. Көҙ иһә Өфөләге медицина училищеһына уҡырға индем. Республика балалар клиник дауаханаһында биш йыл эшләгәндән һуң, 21-се дауахананың төҙөлөүе һәм унда хеҙмәткәрҙәр кәрәклеге тураһында әйттеләр һәм бында хирургия бүлексәһенә шәфҡәт туташы булып эшләй башланым. Көндөҙ санитарка булып эшләнем, көндөҙ уҡыным.. Быйыл бында эшләүемә 42-се йыл китте инде. Был бүлексәнән бер ҡайҙа ла китмәнем”, – ти Гөлсәрә Агеева. Ата-әсәһенең, туғандарының иң ауыр минуттарында төп яҡын терәге булған, дауаханала эшен барлыҡ күңелен һалып башҡарған Гөлсирә Миңлеғәләм ҡыҙының эше лайыҡлы баһаланған – уға Рәсәй һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының маҡтау грамоталары тапшырылған. Өҫтәүенә, Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы – Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы. “Эшемдә хеҙмәттәштәрем – шәфҡәт туташтары Зөмәрә Барциц, Хәлиҙә Аҡбулатова, Гөлнара Ҡорманаева һәм Светлана Мифтаховаға таянам. Нисә йыл инде улар менән берлектә эшләйбеҙ. Пациенттарыбыҙ рәхмәт әйтә икән, тимәк, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән”. Гөлсәрә Агееваның бөгөнгө уңыштары – күп йыллыҡ хеҙмәт емеше ул. Был йылдар эсендә уға эшендә ниндәй генә ауырлыҡтар кисерергә тура килмәгән. Оло Тәләк фажиғәһенә тарығандарға медицина ярҙамын күрһәткән көндәрҙе әле һаман бөгөнгөләй хәтерләй. “Дауаханаға иртәнге һигеҙгә килә лә, киске туғыҙҙа, беҙҙе икенсе смена алмаштырғас, ҡайта инем. Пациенттарҙың йән өҙгөс һыҙланыуҙары әле лә ишетелә кеүек. Бынан тыш, ғәҙәттән тыш хәлдәргә тарыған, ауыр әмәлиәттәрҙән һуң беҙгә килгән кешеләрҙе һәм башҡаларҙы дауалайбыҙ”, – ти Гөлсәрә Агеева. Шәфҡәт туташының эше ауыр, яуаплы, күҙгә күренеп бармаған бихисап мәшәҡәттәрҙән тороуына ҡарамаҫтан, Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы был һөнәрҙе һайлауына һис үкенмәй: ярты быуатҡа яҡын ғүмерен уға арнаған ул. “Һәр көнөмдө бушҡа уҙғармағаным өсөн һөйөнөп туя алмайым. Үҙең яратҡан эштә уҙған ғүмер бәхет бит ул”, – ти ул. Ә бит уларға тажзәхмәт кеүек заман сирҙәре менән көрәшергә, шул уҡ ваҡытта төрлө хәлдәр менән осрашырға һәм төрлө холоҡло кешеләр менән эшләргә тура килә. Гөлсәрә Агеева кеүек үҙ эшен яратып башҡарғандар ихласлығы, шәфҡәтле уйҙары менән сирлеләр күңеленә туранан-тура юл һала. Шәфҡәт туташы табибтың уң ҡулы ғына түгел, халыҡ һаулығына күберәк өлөш индергән мәрхәмәтле һөнәр эйәһе ул. Уларҙы аҡ халатлы, оло йөрәкле шәфҡәтле "фәрештәләр" тип тиккә генә әйтмәйҙәр. ҺҮРӘТТӘ: шәфҡәт туташы Гөлсәрә Агеева. Фотлар: Гөлсәрә Агееваның шәхси архивынан. Зөмәрә БАРЦИЦ, шәфҡәт туташы: – Гөлсәрә Агеева менән Республика балалар дауаханаһында эшләгәндә танышҡайныҡ. 1983 йылда уға эйәреп, 21-се ҡала клиник дауаханаһының хирургия бүлексәһендә бергә эшләй башланыҡ. Ошо көндән алып – бергәбеҙ. Ул – тәжрибәле шәфҡәт туташы, үҙенең эшен бик яҡшы белә. Был ғына түгел, Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы байтаҡ йәштәрҙе эшкә өйрәтте. Ул күп йылдар бүлексәлә өлкән шәфҡәт туташы ялға киткән ваҡытта ваҡытлыса уның вазифаһын үтәне. Нисек кенә ауыр булмаһын, яҙмыш нисек кенә һынамаһын, ул медицинаны ташламаны. Гөлсәрә Миңлеғәләм ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла, ихлас күңел менән эшләп йөрөй. Уның менән бергә оҙон-оҙаҡ бергә эшләргә яҙһын.