Найти тему
Башкортостан 24

Өфө уттары - 11.06.2024 БР-ң Милли музейы - аҫыл ҡомартҡылар һаҡсыһы

   Өфө уттары - 11.06.2024 БР-ң Милли музейы - аҫыл ҡомартҡылар һаҡсыһы
Өфө уттары - 11.06.2024 БР-ң Милли музейы - аҫыл ҡомартҡылар һаҡсыһы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

Республикабыҙҙың Милли музейы – еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың аҫыл ынйыларын һаҡлап, ҡомартҡыларын ҡәҙерләп, беҙҙең көндәргә генә түгел, киләһе быуындар өсөн дә еткеререүҙе маҡсат итеп ҡуйған – мөһим урындарҙың береһе. Быйыл Милли музей 160 йыллығын билдәләй. 1864 йылда Өфө губерния музейы тип асылған мәҙәни һәм тарихи усаҡ күп йылдар дауамында үҙгәрештәр кисерҙе, тарихи документтар, әйберҙәр, уникаль ҡомартҡылар менән тулыланды. Әлеге көндә Башҡортостандың милли музейы – бар заман талаптарына яуап биргән, бында килеүселәр өсөн, ысын мәғәнәһендә, әһәмиәтле урын. Музей хеҙмәткәрҙәре республикабыҙҙың йәшәйешенә, тарихына, яҙмышына бәйле күргәҙмәләр үткәреп кенә ҡалмай, төрлө акциялар, квестар, уйындар, конкурстар ҙа ойоштора.

Быйыл, баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығына, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға һәм башҡа иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған, көтөләсәк күргәҙмәләр, яңы проекттар, алдағы план-маҡсаттар тураһында "Өфө уттары" тапшырыуының 11-се июнь сығарылышында Башҡортостан Милли музейының этнография бүлеге хеҙмәткәрҙәре Айгөл Ҡужәхмәтова һәм Гөлйемеш Ҡылысова бәйән итте. Тапшырыу барышында шулай уҡ музейға инеү билеттары ла уйнатылды.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».