Өфөнөң 450 йыллығына Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов «Ғәзиз Өфөм!» тигән йыр яҙҙырған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итә һәм көндө «легендар Айҙар Ғәлимовтың яңы йырынан» башларға кәңәш бирә
«Өфө тураһында йыр — ҡалабыҙҙың 450 йыллығына бүләк. Рәхмәт!», — ти Ратмир Мәүлиев.