Светлана Фәрит ҡыҙы Мөхйәнова - Ғафури районы Буруновка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры. Яңғыҙҡайын ауылындағы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Светлана Фәрит ҡыҙы бала саҡ хыялы булған медицина хеҙмәткәренә белем алыу маҡсатында Салауат медицина училищеһы училищеһына уҡырға ингән. 1990 йылда уны тамамлағас, ошо уҡ йылдың 1 апреленән Яңғыҙаҡайын участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Светлана Фәрит ҡыҙы эргәһендә Салауат медицина училищеһы стдунттары булып киткән (һүрәттә). 1990 йылдың декабрендә күршеләге Буруновка ауылы егетенә кейәүгә сыға. Татыу ғаиләлә бер ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Ике ейәндәре, ейәнсәрҙәре бар. 1990 йылдың декабренән алып Светлана Фәрит ҡыҙы – Буруновка фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, фельдшеры. Ике йыл элек бында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен аса. Әле фельдшер – 437 кешенең, шул иҫәптән 62 баланың һаулыҡ һағында. Ғүмерен медицинаға арнаған, тыуған еренә тоғролоҡ һаҡлаған Светлана Фәрит ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар! Етеп килгән һөнәри байрамы айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе юллайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ. Фотолар: Светлана Мөхйәнованың шәхси архивынан.