“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында тематик экскурсиялар, ҡала уҡыусылары һәм студенттары өсөн музей мәҙәни-мәғариф программалары үткәрелә. Төп маҡсат – уҡыусыларҙы илебеҙҙәге байрамдарҙың тарихы менән таныштырыу. 11 июндә Рәсәй көнө алдынан Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Ватаным минең, Рәсәй” тигән танып белеү сәғәте уҙҙы. Был сарала Салауат индустриаль колледжының 1 курс студенттары ҡатнашты. Осрашыу байрамдың тарихы тураһында бәйән итеүҙән башланды. Балалар һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашты, һорауҙар бирҙе һәм уларға яуап бирҙе. Илһөйәрлек һәм Ватандың нимә икәнлеге тураһында һөйләштеләр. Студенттар Рәсәй флагының тарихы, уның туҡымаһындағы төҫтәрҙең нимә аңлатҡаны тураһында белде. Экскурсовод Рәсәйҙең хәҙерге гербы хаҡында, шулай уҡ быуаттар дауамында гербтың үҫеш тарихын һөйләне. Рәсәй көнө - ул үҫеп килгән быуынға ҙур һәм донъялағы иң матур күп милләтле илебеҙҙең тарихы, халыҡ йолаларының күп төрлөлөгө хаҡында һөйләү, икһеҙ-сикһеҙ Тыуған илебеҙ буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия яһау өсөн бик яҡшы сәбәп. Сара барышында уҡыусылар байрамдың тарихы, уның дәүләт символикаһы менән танышты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, Рәсәйҙең төп айырма символдарын билдәләне. – Рәсәй көнө – ул бер нисә йыл рәттән илебеҙҙең төрлө милләт кешеләрен дуҫтарса берләштергән байрам. Байрам ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, Ватанға хеҙмәт итеү һәм Ватанға һөйөү кеүек күп быуатлыҡ рухи, әхлаҡи, тарихи традициялар тирәләй берҙәмлек символына әүерелде, – тип билдәләне студент Максим Данин. Сара һуңында барлыҡ ҡатнашыусылар “Мин яратам һине Рәсәй” флешмобына ҡушылды. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.