Йыйынға республикабыҙҙың төрлө райондарынан билдәле ғалимдар, имамдар, халҡыбыҙҙың киләсәге, берҙәмлеге өсөн йән атып йөрөгән арҙаҡлы шәхестәр килгәйне. Рәсәй көнө байрамына тап килгән сарала сығыш яһаусылар донъя тарихындағы олуғ шәхес – СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө, Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илде һаҡлаусылар сафына баҫҡан ҙур шәхес, шәйех Ғабдрахман Рәсүлевте оло ихтирам менән иҫкә алды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда мосолмандар съезында Ғабдрахман Рәсүлев фашистик Германияға ҡаршы изге һуғыш – “джихад” иғлан иткән. “Иманлы халыҡ берҙәм, ғүмерле. Ватанды һөйөү ҙә нәҡ имандан. Бөгөн ҡулына ҡорал алып яуға күтәрелгән, уртаҡ Ватаныбыҙ өсөн көрәшмәгән бер генә дин әһеле ҡалманы”, - тип сығыш яһаған һәм Ҡыҙыл Армия сафтарында көрәшкә саҡырған. Үҙенә Аллаһ тарафынан бирелгән бөйөк көстө файҙаланып, уҡыған доғалар менән Еңеү көнө яҡынайтырға өлөш индергән. Бөгөн дә дин әһелдәре ил тыныслығы өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. “Яуға киткә
Быйылғы нурлы Нарыҫтау йыйыны хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсылары – Башҡортостан егеттәренә арналды
12 июня 202412 июн 2024
1 мин