Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы шифахана - Башҡортостанда

Бөгөн "Шифахана-2024" Бөтә Рәсәй форумының йомғаҡлау көнө үткән. Форум сиктәрендә уҙғарылған шифахана-курорт тармағы ҡаҙаныштары конкурсында "Красноусол" шифаханаһы бер юлы өс алтын миҙал менән билдәләнгән. Шифахана курорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәренең юғары сифаты өсөн Башҡортостан Республикаһынан «Иң яҡшы шифахана-2024» юғары наградаһына лайыҡ булған берҙән-бер ойошма булып тора. Был абруйлы исем эксперт советының бойондороҡһоҙ баһаһы һөҙөмтәһендә бирелә. "Красноусол" үҙенең юғары сифатлы хеҙмәттәре, заманса ҡорамалдары һәм квалификациялы персоналы менән дан тота. Санаторий форумда «Иң яҡшы шифахана-курорт инфраструктураһы"; “Иң яҡшы дауалау-профилактик ҡулланыу технологиялары" номинацияларында тағы ла ике алтын миҙалға лайыҡ булған. Шулай уҡ шифахананың 100 йыллығы хөрмәтенә Милли курорт ассоциацияһының юбилей миҙалы менән бүләкләнгән. Наградаларҙы Рәсәй фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор Александр Николаевич Разумов тапшырған. Фотолар рәсми сығанаҡтан.