Байрам алдынан булған фажиғә Кисә Стәрлетамаҡ районында Йөрәктау ауылынан ситтә күлдә йәш кеше һыуға сума ла сыҡмай. Һыуға батып үлгән кешене эҙләү өсөн Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары йәлеп ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу төбөн тикшереү һөҙөмтәһендә водолаздар уның кәүҙәһен өс метр тәрәнлектә таба. Йәйге ялығыҙ күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәр кәрәк: махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә; таныш булмаған урындарҙа һыу аҫтына төшмәгеҙ; ҡалҡыуыс артына йөҙмәҫкә; суднолар йөрөшөнә сыҡмаҫҡа һәм судноларға яҡын бармаҫҡа; һыуҙа уйындар ойошторорға ярамай; һауаға тултырылған матрастарҙа йәки камераларҙа йөҙмәҫкә; боҙоҡ йөҙөү сараларын ҡулланмағыҙ; эскән килеш һыу инмәгеҙ. Сығанаҡ: vk.com/goskomitetrb